11:46 (UTC+5), 11 Января 2017

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы МЕДИАТЭК Бөтә Рәсәй премияһының дипломына лайыҡ булды

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 11 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 2016 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан юлдаш телевидениеһы МЕДИАТЭК Бөтә Рәсәй премияһының дипломына лайыҡ булды. Яғыулыҡ-энергетика комплексы тармағында яңы технологиялар индереү темаһын әүҙем һәм профессиональ яҡтыртҡаны өсөн Башҡортостан юлдаш телеканалы илдең төбәк телекомпаниялары араһында өсөнсө урын алды.
МЕДИАТЭК Бөтә Рәсәй киң мәғлүмәт саралары, компаниялар һәм хакимиәттәрҙең матбуғат хеҙмәттәре конкурсы Рәсәй Энергетика министрлығы ярҙамында 2015 йылдан алып үткәрелә. Конкурстың маҡсаты — яғыулыҡ-энергетика комплексы эшмәкәрлегенең мөһим мәсьәләләренә журналистарҙың, белгестәрҙең, эксперттарҙың һәм киң йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү, илдәге яғыулыҡ-энергетика комплексы компаниялары һәм төбәк хакимиәттәренең матбуғат хеҙмәттәре эшенең сифатын күтәреү, йәмғиәткә Рәсәй энергетикаһында булған үҙгәрештәр тураһында мәғлүмәт биреү буйынса иң яҡшы корпоратив тәжрибәләргә ярҙам итеү. Премияның эксперт советына федераль киң мәғлүмәт саралары, илдәге юғары уҡыу йорттарының журналистика факультеттары етәкселәре, дәүләт власы органдары вәкилдәре, яғыулыҡ-энергетика комплексы өлкәһендәге эксперттар инә. Еңеүселәр интернетта асыҡ тауыш биреү юлы менән һайлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика