Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-9 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Ғинуар 2017, 10:27

Яңы йыл каникулдарында төбәктә һигеҙ һунар ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы теркәлгән

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Яңы йыл каникулдарында Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы инспекторҙары һунар өлкәһендә һигеҙ боҙоу осрағын асыҡлаған. Рейдтар республиканың барлыҡ райондарында ла үткәрелгән. Ғәйеплеләргә биш мең һум суммаһында штраф һалынған. Баймаҡ районында һунарсылар законһыҙ рәүештә дүрт ҡоралай аулаған. Архангел районында юл-транспорт ваҡиғаһында мышы һәләк булған.
«Асыҡланған закон боҙоуҙар һунар итеүгә рөхсәт булмауға, һунар биләмәләрендә көбөнән алынған ҡорал менән йәки ҡаргиҙәрҙә йөрөүгә ҡайтып ҡала», — тип аңлатма бирҙе министрлыҡтың йәнлектәр донъяһы объекттарын һаҡлау буйынса бүлек начальнигы урынбаҫары Глеб Егоров.
Әле төбәк биләмәһендә затлы тиреле йәнлектәргә, ҡабанға һәм бер йәшкә тиклемге мышыға һунар итеү дауам итә.
Автор: Гөлфиә Акулова
Читайте нас