08:42 (UTC+5), 10 Января 2017

Республиканың күренекле фән эшмәкәре Зәки Әлибаевҡа 50 йәш

Владимир Романов
ӨФӨ, 10 ғинуар, 2017 йыл. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Владимир Романов/. Бөгөн билдәле филолог һәм әҙәби тәнҡитсе, журналист, Башҡортостандың юғары мәктәбе вәкиле Зәки Әлибаев үҙенең 50 йәшлек юбилейын билдәләй.
Зәки Арыҫлан улы Әлибаев 1967 йылдың 10 ғинуарында Башҡорт АССР-ның Белорет районы Йөйәк ауылында күп балалы ауыл эшсәндәре ғаиләһендә донъяға килә. Тыуған ауылында урта мәктәптә белем ала. Унда яратҡан дәресе башҡорт теле һәм әҙәбиәте була. 1984 йылда Өфөгә килеп Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Институт йылдарында Зәки Әлибаевтың фәнгә ынтылышы асыҡлана.
Зәки Әлибаевтың шәхес булыуына ул йылдарҙа университетта эшләгән тотош арҙаҡлы педагогтар төркөмө тәьҫир итә: Роберт Байымов, Нәғим Ишбулатов, Ғәли Сәйетбатталов, Эрнст Ишберҙин, Абдрахман Ғәлләмов.
Уҡыуын уңышлы тамамлағандан һуң Зәки Әлибаев үҙ эшмәкәрлеген университетта дауам итә. Аспирантурала уҡый, башҡорт романдарында конфликт тәбиғәте темаһын өйрәнә.
1996 йылда диссертация яҡлап филология фәндәре кандидаты булып китә. Ассистент, өлкән уҡытыусы һәм доцент булып эшләй. 2009 йылдан алып М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте кафедраһында доцент сифатында әүҙем ғилми-педагогик эшмәкәрлеген алып бара.
Зәки Әлибаев илленән ашыу ғилми һәм уҡытыу-методика хеҙмәте авторы. Уның әҙәби һәм тәнҡит мәҡәләләре йыш ҡына «Ватандаш», «Ағиҙел», «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналдарында, республика гәзиттәрендә баҫыла. Һуңғы йылдарҙа ғына Роберт Байымов, Мирас Иҙелбаев, Зәйнәб Биишева, Жәлил Кейекбаев, Кирәй Мәргән һәм башҡа яҙыусылар ижады тураһында етди ғилми материалдары донъя күрә. Зәки Әлибаев прозаны өйрәнеү менән генә сикләнеп ҡалмай, уның ижадында атаҡлы шағирҙар Мостай Кәрим, Мәүлит Ямалетдинов, Рәми Ғарипов һәм Аҡмулла ижадтарын тәрән анализлау мәҡәләләре бар. Әле ул башҡорт романында шиғриәтте өйрәнеүгә арналған етди эш өҫтөндә эшләй.
Йәш ғалим 20 йылдан ашыу төрлө кимәлдәге ғилми-ғәмәли конференцияларҙа әүҙем ҡатнаша. Ул доклад менән Өфө, Яҡут, Астана, Нигде (Төркиә) ҡалаларында сығыш яһай. Уның мәҡәләләре Ашхабад, Истанбул, Таулы-Алтай, Ҡыҙыл, Урал, Тамбов һәм башҡа ҡалаларҙың ғилми баҫмаларында сыға. Һуңғы йылдарҙа бик ҡыҙыҡлы һәм перспективалы тема – хәҙерге заман башҡорт прозаһына эпик традицияларҙың тәьҫирен өйрәнеү, боронғо башҡорт эпостарында герой концепцияһын, «Урал батыр» эпосында башҡорт романы сығанаҡтарын тикшереү менән шөғөлләнә.
Зәки Арыҫлан улы әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге алып бара. 2015 йылда, Әҙәбиәт йылында, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы лауреаты була. Ул Рәшит Назаров исемендәге республика әҙәби конкурсында жюри ағзаһы. Зәки Әлибаевтың студенттары Рәсәй халыҡтары телдәре һәм әҙәбиәттәре буйынса бөтә Рәсәй студенттар олимпиадаһында еңеү яулай. Юҡҡа ғына түгел, ҡәләмдәштәре уны 2016 йылдың ноябрендә республиканың Яҙыусылар союзы идаралығы рәйесе вазифаһын башҡарыусы итеп һайлай.
Әҙәбиәт һәм фән өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштары өсөн Зәки Әлибаев «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре» тигән маҡлы исемгә лайыҡ була. Ул Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика