14:37 (UTC+5), 10 Ғинуар 2017

Баш ҡалала Көньяҡ Урал башҡорттарының тарихы хаҡында китап донъя күрҙе

Арина Рәхимҡолова
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфөлә Көньяҡ Уралда йәшәгән башҡорт ырыуҙары тарихы монографияһының томы баҫылып сыҡты. Китапта Һалйот, Терһәк, Һеңрән, Бикәтин, Һырҙы, Шуран ырыуҙары тураһында бәйән ителә.
Республиканың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллегенең матбуғат секретары хәбәр итеүенсә, баҫма билдәле башҡорт тарихсылары, Башҡортостандың Гуманитар тикшеренеүҙәр институты хеҙмәткәрҙәре — «Шәжәрә» коммерцияға ҡарамаған автономлы ойошмаһы директоры, «Башҡорт ауылдары тарихы» проекты етәксеһе Салауат Хәмиҙуллин һәм философия фәндәре кандидаты Рәфил Аҫылғужин редакцияһы аҫтында донъя күргән.
Монографияла Көньяҡ Уралда йәшәгән башҡорт ырыуҙарының этник тарихы һәм уларҙы күсереү мәсьәләһе ҡарала, ауылдарҙың таблицаһы һәм картаһы, 1917 йылғы Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу мәғлүмәттәре бар. Экспедиция ваҡытында тупланған фольклор материалдары, шулай уҡ хәҙерге башҡорттарҙың фотоһүрәттәре урын алған.
Авторҙар яңы баҫманың партияһын Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллегенә ебәрә. Даими вәкиллек китаптарҙы Көньяҡ Уралдағы китапханаларға, мәктәптәргә һәм милли йәмәғәт ойошмаларына тарата.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика