02:56 (UTC+5), 10 Января 2017

1 ғинуарҙан водителдәргә 30 процент ташлама бирелә

prav-net.ru
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 10 ғинуар, 2017 йыл. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. 2017 йылдың 1 ғинуарынан алып теүәл ике йыл дауамында водителдәр бер төркөм дәүләт хеҙмәтенә – мәҫәлән, водитель таныҡлығы, транспорт сараһы таныҡлығы, паспорты алыуға 30 процент ташламаға эйә булыуы бар. Шарты – хеҙмәткә электрон заказ биреү һәм шул уҡ ысул менән түләү (берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталы йәки ҡулланыусыны берҙәм идентификациялау һәм аутенфикациялау системаһы менә бәйле төбәк порталдары аша). Әҙер документтарҙы Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы бирәсәк.
2017 йылға тиклем автоһәүәҫкәрҙәр ҡайһы бер дәүләт пошлиналарын ташлама менән электрон рәүештә түләй алды, әммә хеҙмәт һөҙөмтәһе лә виртуаль ғына бирелә ине. Шул уҡ ваҡытта, водитель таныҡлығын алмаштырыу хеҙмәте менән файҙаланыу мөмкинлеге булманы, сөнки электрон төрҙә ул юҡ ине.
Хәҙер сикләү бөтөрөлә, документтарҙы теләк буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһында ҡағыҙҙа ла, һанлы форматта ла алырға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика