11:26 (UTC+5), 09 Января 2017

Яңы йыл байрамдарында Башҡортостанда айлыҡ норманан күберәк ҡар яуған

Олег Яровиков
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 9 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостан биләмәһендә ғинуарҙың тәүге көндәрендә циклондың әүҙемлеге күҙәтелде. Республиканың күпселек райондарында яңы йыл каникулдарында яуған ҡарҙың күләме айлыҡ норманан 70-150 процент тәшкил иткән. Көньяҡ-көнсығыш буйынса ҡар әҙерәк булған – айлыҡ норманан 30-50 процент. Өфө-Дим метеостанцияһы мәғлүмәттәре буйынса, Өфөлә 8 көн эсендә 50 мм ҡар яуған, ул айлыҡ норманан 130 процент тәшкил итә. Ғәҙәттә ғинуарҙа баш ҡалала 38 мм яуа. Һуңғы тапҡыр быға оҡшаш норманан ике-өс тапҡырға артыу 2014 йылда күҙәтелә.
Алдағы көндәрҙә күпләп ҡар яуыуы көтөлмәй, тип хәбәр иттеләр республика Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхиткә мониторинг идаралығынан. Бер аҙ ҡар яуасаҡ. 10-сы һәм 11 ғинуарҙа һауа температураһы төндә -14,-19 градус, урыны менән -25-кә тиклем етәсәк, көндөҙ -12,-17, көньяҡ-көнсығыш буйынса төндә -9,-14, көндөҙ -7,-12 градус тәшкил итәсәк.
1 из 6
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика