12:01 (UTC+5), 09 Января 2017

Төбәктәге иң яҡшы эшсәндәрҙе бөтә Рәсәй конкурстарында ҡатнашырға саҡыралар

Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 9 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Төбәктәрҙә иң яҡшылар тип танылған предприятие етәкселәрен, хеҙмәт коллективтарында уларҙан өлгө алған белгестәрҙе һәм эшсәндәрҙе «Рәсәйҙең эш алмашсыһы», «Йәш йыл директоры», «Ҡатын-ҡыҙ – йыл директоры», «Рәсәйҙең атҡаҙанған директоры», «Идара итеү сәнғәте», «XXI быуат предприятиеһы» бөтә Рәсәй конкурстарында ҡатнашырға саҡыралар.
Конкурстарҙың 20 йыллыҡ тарихында сәнәғәт предприятиеһы, төҙөлөш тармағы, ҡулланыу баҙары һәм хеҙмәте, торлаҡ-коммуналь хужалығы, ғилми һәм мәғариф ойошма, һаулыҡ һаҡлау, социаль яҡлау һәм мәҙәниәт учреждениеларының бер нисә мең етәксеһе һәм юғары квалификациялы белгесе ҡатнашҡан. Һуңғы йылдарҙа йәш белгестәр, әүҙем колледж уҡыусылары һәм юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн «Рәсәйҙең эш алмашсыһы» конкурсы уҙғарыла.
Бәйге 2017 йылдың 24-25 мартында Мәскәүҙә үтәсәк. Конкурс документтарын әҙерләү һәм унда ҡатнашыу буйынса, башҡа өҫтәмә мәғлүмәтте, irinapotyagova@gmail.com электрон почтаһы аша, Рәсәй Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһы сайтынан алырға мөмкин. Бәйләнеш өсөн телефондар: (495) 702-09-37, 8-903-724-13-46. Конкурс өсөн материалдарҙы киләһе адрес буйынса ебәрергә кәрәк: 111673, Мәскәү ҡалаһы, Суздаль урамы, 26, 2-се корпус.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика