Төбәктәргә буласаҡ «Кванториум» технопаркы концепцияһын һәм, субъект биләмәһендә үҙ эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыусы, уҙаҡташтар менән бергәләп әҙерләнгән программаларҙы күрһәтергә кәрәк. Башҡортостан балалар технопаркын булдырыу буйынса проект тәҡдим иткән, унда балалар органик синтез һәм профилле лабораториялар ярҙамында пластик етештереү технологияларын өйрәнә аласаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
хәбәр итеүенсә, балалар технопаркы «Башҡортостан кванториумы» Өфөлә Республика балалар белем биреү технопаркы нигеҙендә ойоштороласаҡ.