Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Ғинуар 2017, 17:09

Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм грипп эпидемияһы башланды

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 9 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм грипп эпидемияһы башланды. Ҡулланыусылар хоҡуғын һәм кеше именлеген яҡлау өлкәһендәге күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөнгө көнгә республикала киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән 20 меңдән ашыу кеше ауырый, уларҙың һигеҙ мең самаһы өфөләр. Әлегә эпидемик тупһа өлкән халыҡ араһында күтәрелгән, әммә балалар араһында ла сирләүселәр һаны көндән-көн артып бара.
Шулай уҡ Башҡортостанда «гонконг грипы» осраҡтары теркәлгән.
Өфөнөң Ашығыс медицина ярҙамы станцияһында мөрәжәғәттәр һәм шылтыратыуҙар һанының артыуын билдәләйҙәр. Әгәр уҙған йылдың тәүге аҙнаһында киҫкен респиратор вирус инфекцияһы симптомдары менән тәүлегенә 100-ләгән кеше мөрәжәғәт итһә, 2017 йылда уларҙың һаны тәүлегенә 600-гә тиклем артҡан.
Ауырыу күтәрелгән осорҙа иҫкәртеү саралары бөтәһенә лә билдәле: күмәк кеше булған ерҙә әҙерәк булыу, битлектәр менән ҡулланыу, саф һауала йөрөү, бүлмәләрҙе елләтеү. Һыуыҡ үтеүҙән һәм гриптан иң яҡшы һаҡланыу сараһы – һабынлап ҡулдарҙы йыш йыуыу һәм танау ҡыуышлығын сайҡатыу, айырыуса урамдан ингәс һәм йәмәғәт транспортында йөрөгәндән һуң. Ғаиләлә йәки эш коллективында грипп менән ауырығандар булһа – иҫкәртеү маҡсатында вирусҡа ҡаршы дарыуҙар эсергә.
Автор: Эльмира Сабирова
Читайте нас