04:17 (UTC+5), 07 Января 2017

Рөстәм Хәмитов православие христиандарын Христос Раштыуаһы менән ҡотланы

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Александр Смирнов
ӨФӨ, 7 ғинуар, 2017 йыл./«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов православие христиандарын Христос Раштыуаһы менән ҡотланы. Ҡотлауҙа былай тиелә:
«Башҡортостандың ҡәҙерле православие христиандары!
Һеҙҙе ысын күңелдән Христос Раштыуаһы менән ҡотлайым!
Күп быуаттар дауамында был иң яратҡан христиан байрамдарының береһе донъялағы миллионлаған кешене берләштерә, йөрәктәрҙе мөхәббәт яҡтыһы менән яҡтырта, таҙа уйҙарға һәм изге эштәргә дәртләндерә, дини башланғыстарға ышаныс тыуҙыра. Православие Раштыуаһы ғаилә ҡиммәттәрен нығыта, беҙҙе изге күңеллерәк һәм мәрхәмәтлерәк итә, бер-береңә ярҙам итергә өйрәтә.
Йәмғиәтебеҙҙең әхлаҡи нигеҙҙәрен, быуындар бәйләнешен нығытыуҙа, дини татыулыҡты арттырыуҙа Урыҫ Православие Сиркәүенең әһәмиәте йылдан-йыл арта. Был мосолман дине һәм башҡа конфессияларҙың күп яҡлы һөҙөмтәле эшмәкәрлеге бай дини-мәҙәни сараларҙы үҫтереүгә, йәштәрҙе тәрбиәләүгә, мохтаждарға социаль ярҙам күрһәтеүгә булышлыҡ итә.
Ошо изге Раштыуа көндәре беҙгә яҡындарыбыҙ менән аралашыу шатлығы, йылылыҡ һәм яҡшы кәйеф бүләк итһен.
Һеҙгә һәм һеҙҙең яғындарығыҙға ысын күңелдән ныҡлыҡ һаулыҡ, именлек, тыныслыҡ, изгелек һәм бөтә теләктәрегеҙҙең тормошҡа ашыуын теләйем!».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика