12:07 (UTC+5), 07 Января 2017

Ҡотҡарыусылар республика халҡын эҫе сәй менән һыйлай

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәте
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәте
Ксения Калинина
ӨФӨ, 7 ғинуар, 2017 йыл. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Ҡотҡарыусылар Башҡортостан халҡын эҫе сәй менән йылыта. Һауа температураһының түбәнәйеүе менән бәйле төбәк территорияһында өс ялан кухняһы ойошторолған. Бының хаҡта «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
5 ғинуарҙа халыҡтың күпләп йөрөгән урындарында, Өфөлә Конгресс-холл алдындағы майҙанда, Илеш һәм Көйөргәҙе райондарында үҙәк шыршылар торған майҙандарҙа ялан кухнялары ойошторолған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре граждандар өсөн эҫе сәй әҙерләй. Был саралар Яңы йыл һәм Раштыуа байрамдары дауамында уҙғарыласаҡ. Ҡотҡарыусылар 29 ялан кухняһын асырға әҙер.
Алдан хәбәр ителеүенсә, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы төбәктә юлдарҙы көрт һалыуы һәм күреү мөмкинлеге насарайыуы тураһында иҫкәртә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика