06:44 (UTC+5), 07 Января 2017

Өфөлә мәктәп уҡыусылары БашДУ менән таныша ала

Олег Яровиков
Арина Рәхимҡолова
ӨФӨ, 7 ғинуар, 2017 йыл. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфөлә ҡышҡы каникулдар осоронда Башҡорт дәүләт университетында «Белем көнө» уҙасаҡ. Юғары уҡыу йорто 9-сы һәм 10 ғинуарҙа уҡыусылар, уларҙың ата-әсәләре һәм уҡытыусылар өсөн үҙ ишектәрен аса.
Өфөнөң Киров районы хакимиәтенең йәмәғәт менән бәйләнеш буйынса бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, был сара «Башкортостан новогодний, удивительный – 2017» проекты сиктәрендә уҙа. «Белем көнө» программаһының төп өлөшө – һөнәр һайлауға булышлыҡ итеүсе экскурсиялар. Мәктәп уҡыусылары һирәк китаптар музейын, Рим Йәнғужин исемендәге этнография музейын, география факультетының геология музейын, геофизика лабораторияһын һәм Физика-техник институтының Дисперсия системаларының микро һәм наномасштаблы динамикалары үҙәген, биология факультетының генетика һәм фундаменталь медицина кафедраһында ПЦР-анализ лабораторияһын ҡарай аласаҡ.
Мәктәп уҡыусылары менән Башҡорт дәүләт университеты факультеттары вәкилдәре осрашасаҡ, улар юғарыу уҡыу йортоноң уҡыу-уҡытыу, ғилми һәм йәмәғәт тормошо тураһындағы бөтә һорауҙарға ла яуап бирәсәк. Башҡорт дәүләт университетында ҡунаҡтарҙы иртәнге 10-дан киске сәғәт 5-кә тиклем көтөп ҡалалар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика