Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.74
-0.41
91.9
+0.06
62.51
+0.52
-9 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Ғинуар 2017, 10:00

Дәүләт Йыйылышы башланғыстарының берәүһе федераль законға әйләнде

ӨФӨ, 2017 йыл, 7 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. 2017 йылдың 1 ғинуарынан алып Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы тәҡдим иткән, Федераль закон үҙ көсөнә инде. Яңы йыл алдынан закон проектына Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы.
Документ «Балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамының өҫтәмә саралары тураһында» федераль законына үҙгәрештәр индерҙе. Үҙгәрештәргә ярашлы, хәҙер күсемһеҙ милеккә хоҡуҡ барлыҡҡа килгәндә йәки күскәндә дәүләт теркәүе Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрынан күсермә менән раҫлана. Раҫланған норма сертификат алған кешенең, уның тормош иптәшен һәм балаларын (шул иҫәптән беренсе, икенсе, өсөнсө һәм артабанғы балаларын) торлаҡты дөйөм милеккә рәсмиләштереү буйынса йөкләмәләрен контролдә тотоу механизмын булдыра.
«Был Дәүләт Думаһының яңы саҡырылышында хуплау тапҡан һәм Федераль закон исеменә эйә булған беҙҙең беренсе ҡануни башланғыс, – тип аңлатма бирҙе республиканың Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачёв. – Алда төрлө уҡыуҙарҙа хуплау тапҡын беҙҙең тағы бер нисә закон проекты тора.
Үткән саҡырылыш эшенең йомғаҡтары буйынса, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы федераль парламент менән хуплау тапҡан закон проекттары иҫәбе буйынса беренселәрҙә. Хәҙер һәр ултырышта тиерлек, ай һайын бер-ике закон проекты индерелә. Был эш, Константин Толкачевтың һүҙҙәренсә, киләһе яҙғы сессия осоронда ла өҫтөнлөклөләрҙең береһе буласаҡ.
Автор: Арина Рәхимҡолова
Читайте нас