08:16 (UTC+5), 05 Января 2017

Өфөләрҙе Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы Яңы йылды күрергә саҡыралар

автор
Арина Рәхимҡолова
ӨФӨ, 2017 йыл, 5 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфөлә Хәрби Дан музейында «Ваҡыт арауығында сәйәхәттә, йәки Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы Яңы йыл» интерактив уйын-экскурсияға саҡыралар.
Сәйәхәт барышында тамашасылар рәсәйҙәрҙең иң яратып алған байрамын билдәләү йолаһы һуғыш йылдарында ла онотолоп ҡалмауын беләсәк. Күргәҙмәлә элекке шыршы уйынсыҡтары менән биҙәлгән ысын шыршы үҙәк урынды биләп тора. Шулай уҡ XX быуаттың 30-40-сы йылдарҙағы предметтар, ҡотлау открыткалары, плакаттар күрһәтелгән.
Сәйәхәттең төп ҡунағы Ҡыш бабай буласаҡ, ул балалар менән ҡыҙыҡлы уйындар уйнаясаҡ. Музейға килеүселәр мамыҡтан ҡар бабай, пластилиндан һәм тәбиғи материалдарҙан төрлө һындар эшләү буйынса оҫталыҡ-кластарында ҡатнаша аласаҡ. Шулай уҡ ҡышҡы фотосессия ҡаралған.
Йәш сәйәхәтселәр илебеҙҙә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында нисек Яңы йыл ҡаршылауҙарын беләсәк, ә уларҙың өләсәләре, олаталары һәм ата-әсәләре үҙҙәренең бала сағын хәтергә төшөрә аласаҡ.
Сара дүшәмбенән алып йомаға тиклем иртәнге 10-дан киске дүрткә тиклем заявкалар буйынса уҙа. Өҫтәмә мәғлүмәт (347) 260-44-64 телефон һандары буйынса.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика