Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Ғинуар 2017, 11:32

Яңы йыл төнөндә республикала 13 сабый тыуған

Олег Яровиков
Олег Яровиков
Өфө, 2017 йыл, 1 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан бала табыу йорттарында 31 декабрҙән 1 ғинуарға ҡарата төндә 13 сабый донъяға килгән.
Төнгө беренсе бер минуттан алып иртәнге 8-гә тиклем һигеҙ ҡыҙ һәм биш малай тыуған. Улар иҫәбендә бер игеҙ ҙә бар. Бының хаҡта «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат секретары Светлана Кускарбекова хәбәр итте. Медицина хеҙмәткәрҙәренең мәғлүмәттәренә ярашлы, балалар ҙа, уларҙың әсәләре лә үҙҙәрен яҡшы тоя.
Автор: Эльмира Сабирова
Читайте нас