04:47 (UTC+5), 01 Января 2017

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан халҡын Яңы 2017 йыл менән ҡотланы

БР Башлығының матбуғат хеҙмәте
Александр Смирнов
Өфө, 2017 йыл, 1 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика халҡын Яңы 2017 йыл менән ҡотланы. Ҡотлауҙа былай тиелә:
«Ҡәҙерле дуҫтар! Ысын күңелдән һеҙҙе Яңы 2017 йыл менән ҡотлайым!
Һәр беребеҙ өсөн яңы йыл байрамы тәү сиратта, яҡын кешеләр менән аралашыу бәхете, уларға иң яҡшы хис-тойғоларыбыҙҙы белдәрә алыу мөмкинлеге менән ҡиммәт.
Беҙ һеҙҙең менән уҙған йылда күп нәмәгә өлгәштек. Республикала тормош тағы ла яҡшыраҡ, сағыуыраҡ, ҡыҙыҡлыраҡ булһын өсөн тырыштыҡ. Башҡортостан эшлекле әүҙемлек, мәҙәниәт фән һәм спорт үҙәге булараҡ тотҡан урынын нығытты.
Әлбиттә, ҡатмарлыҡтар ҙа булды. Әммә хеҙмәт һәм ныҡышмалылыҡ арҡаһында беҙ алға табан мөһим аҙымдар яһаныҡ, артабанғы үҫеш өсөн яҡшы нигеҙ һалдыҡ. Республика алдында киң офоҡтар асыла, барлыҡ донъя буйлап яңы дуҫтарыбыҙ барлыҡҡа килә. Алдағы йылдың ҙур эштәр осоро булырына, тыуған төйәгебеҙ мәнфәғәте өсөн дөйөм эштәр тирәләй беҙҙе тағы ла нығыраҡ тупларына ышанам.
Ҡәҙерле ватандаштар!
Беҙ һеҙҙең менән һоҡланғыс илдә, иҫ китмәле республикала йәшәйбеҙ. Халыҡтар араһындағы дуҫлыҡтың ҡәҙерен беләбеҙ, дөйөм тарихыбыҙҙы, күп төрлө мәҙәниәттәр һәм йолаларыбыҙҙы хөрмәт итәбеҙ. Был беҙҙең баһалап бөткөһөҙ байлығыбыҙ, беҙҙең көсөбөҙ һәм буласаҡ ҡаҙаныштарыбыҙ нигеҙе. Намыҫлы хеҙмәтегеҙ, түҙемлелегеҙ һәм киләсәккә ышаныс менән ҡарауығыҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә, хөрмәтле дуҫтар!
Яңы йыл именлектәр һәм эштәребеҙҙә уңыштар ғына алып килһен. Һәр ғаилә тормошонда шатлыҡтыр, тотороҡлоҡ һәм муллыҡ күберәк булһын.
Сәләмәтлек, бәхет, уңыштар һеҙгә, ҡәҙерле дуҫтар!
Байрам менән! Яңы йыл менән, ҡәҙерле туғандар!».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика