05:49 (UTC+5), 01 Ғинуар 2017

Рәсәйҙәр Яңы йылды билдәләй

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Арина Рәхимҡолова
Өфө, 2017 йыл, 1 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Бөгөн рәсәйҙәр күпселек донъя илдәре халҡы менән бер рәттән Яңы йылды билдәләй.
Яңы йылды билдәләү йолаһы бик борон Месопотамияла барлыҡҡа килгән. Тимәк тәүге Яңы йыл беҙҙең эраға тиклемге өсөнсө мең йыллыҡта байрам ителгән. Был байрамды март аҙағында, Тигр һәм Ефрат йылғаларында һыу күтәрелгәс, ер эштәре башланғас билдәләгәндәр. Йылдың тәүге 12 көнөндә Месопотамияла карнавалдар, маскарадтар уҙғарылған. Был ваҡытта эшләргә, хөкөм итергә тыйылған.
Аҡрынлап Яңы йылды байрам итеү киң тарала һәм ҙурлап уҙғарыла. Вавилон тотҡонлоғонда булған йәһүдтәр был йоланы үҙләштереп ала, уларҙан ул гректарға, тегеләренән Көнбайыш Европа халыҡтарына күсә.
Юлий Цезарь яңы календарь (хәҙерге юлиан календары) уйлап сығарғандан алып ғинуарҙың беренсе көнөн яңы йылдың тәүге көнө тип иҫәпләй башлайҙар. Боронғо римляндарҙа был көндө ике йөҙө ике яҡҡа ҡарап торған Янус аллаһына ҡорбан килтергәндәр һәм бөтә эре сараларҙы башлағандар, сөнки йылдың тәүге көнө теләгән бер башланғыстар өсөн уңышлы осор тип иҫәпләнгән.
Бөгөн Яңы йыл төрлө илдәрҙә урындағы, милли йолаларға һәм шәхси үҙ итеүҙәргә ҡарап байрам ителә. Ләкин бөтә ерҙә лә тиерлек биҙәлгән шыршы, костюмлы тамашалар һәм фейервектар байрамдың төп атрибуттары булып тора.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика