Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-20 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Ғинуар 2017, 11:05

Башҡорт телен яҡшы белгәндәрҙе Төбәк-ара олимпиадаға саҡыралар

Өфө, 2017 йыл, 1 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 2017 йылдың 9 ғинуарынан алып 11-нә тиклем төп дөйөм белеү учреждениеларының 9-11 синыф уҡыусылары араһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте, башҡорт дәүләт теле буйынса Төбәк-ара олимпиада башлана. Олимпиада Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында уҙасаҡ.
61 муниципаль район һәм ҡала округтарынан, Рәсәй Федерацияһы төбәктәренән 278 уҡыусы олимпиадала ҡатнашырға теләк белдергән. Сара программаһына ярашлы, олимпиада 2017 йылдың 11 ғинуарында ябыласаҡ, тип хәбәр иттеләр БР Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Автор: Әлим Фәйезов
Читайте нас