07:07 (UTC+5), 01 Ғинуар 2017

2017 йылдың 1 ғинуарынан алып чиновниктар пенсияға һуңыраҡ сығасаҡ

Олег Яровиков
Эльмира Сабирова
Өфө, 2017 йыл, 1 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 2017 йылдың 1 ғинуарынан алып яңы закон үҙ көсөнә инә, уға ярашлы чиновниктарҙың пенсия йәше йыл һайын ирҙәр өсөн 65 йәш һәм ҡатындар өсөн 63 йәшкә еткәнсе ярты йылға арттырылып барасаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, алдан дәүләт хеҙмәткәрҙәре башҡа граждандар кеүек бер йәштә: ирҙәр 60-та, ҡатындар 55 йәштә пенсияға сыҡҡан.
Бынан тыш, закон дәүләт граждан хеҙмәтенең минималь стажын аҡрынлап арттырыуҙы күҙ уңында тота. Ул оҙаҡ йылдар хеҙмәт итеү (выслуга лет) өсөн пенсия тәғәйенләүгә һәм уның күләмен, 15 йылдан алып егермегә тиклем, билдәләүгә хоҡуҡ бирә.
Чиновниктар өсөн пенсия йәшен күтәреү тураһындағы законға Рәсәй Президенты 2016 йылдың майында ҡул ҡуйған. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәттәр сайтында урынлаштырылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика