Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
89.82
+0.12
99.72
+0.52
71.06
-1.63
10+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Декабрь 2016, 16:46

Республиканың 100 йыллығын байрам итеүгә саралар планы раҫланды

Өфө, 2016 йыл, 30 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Хөкүмәте республиканың барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыуға әҙерләнеү һәм байрам итеү буйынса саралар планын раҫланы. Тейешле бойороҡҡа төбәк Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов ҡул ҡуйған.
Документҡа ярашлы, 2017-2019 йылдар Башҡортостанда юбилей эгидаһы аҫтында уҙасаҡ. Республика Хөкүмәте бойороғо менән социаль сәйәсәттә, мәҙәниәт, сәнғәт, фән, мәғариф, йәштәр сәйәсәте һәм спорт, төбәкте пропагандалау, нәшриәт эшмәкәрлеге, төҙөлөш һәм инфраструктураны әҙерләү өлкәһендә саралар билдәләнгән.
План менән ҡаралған саралар федераль, республика бюджеттары һәм бюджеттан сыш сығанаҡтар иҫәбенә финасланып ғәмәлгә ашырыласаҡ.
Раҫланған саралар планы Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған тантаналарҙы, «Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына — 100 инвестиция проекты» эшҡыуарлыҡ акцияһын уҙғарыуҙы үҙ эсенә индерә. Мәғариф учреждениеларында «Башҡортостан Республикаһының тарихы тураһында 100 лекция» акцияһын үткәреү планлаштырылған.
Төбәк Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, планда «Евразия йөрәге», «Берҙәмлек – Содружество» халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивале, «Урал ауазы» оркестрҙар һәм халыҡ музыка ҡоралдары ансамблдәренең халыҡ-ара конкурс-фестивале, «Өфөлә Шаляпин кисәләре» халыҡ-ара опера сәнғәте фестивале, «Туғанлыҡ» халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале, кеүек республика өсөн ғәҙәти булған, шулай уҡ юбилейға махсус арналған саралар сағылған. Улар араһында – Евразия гуманистик форумы, «Башҡортостан – үҫеш территорияһы» республика йәштәр форумы, «Башҡорт йәштәре дуҫтарын йыя» бөтә Рәсәй форумы, Башҡортостан Республикаһы ғаиләләр форумы, Рәсәй халыҡтары йәштәр ассамблеяһы ултырышы, «Изге күңелле республика» фестивале, Рәсәй төбәктәренән һөнәрселәр саҡырыу менән Һөнәрселек һәм һынлы-ҡулланма сәнғәте оҫталары аҙналығы, «Нефть һәм газ эшкәртеү − 2019» тигән халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция, бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезы. Муниципаль берәмектәрҙә уҙғарыласаҡ саралар айырым билдәләнгән.
Шулай уҡ план Өфөлә республиканың район һәм ҡала көндәрен уҙғарыуҙы ҡарай.
«Төбәк планы республика эшмәкәрлегенең стратегик йүнәлештәрен үҙ эсенә индерә һәм бөтә йәш вәкилдәренең мәнфәғәттәренә ҡағыла. Маҡсат – вариҫтарыбыҙға тапшырыу өсөн бөтә өлкәләрҙәге ҡаҙаныштарҙы йыйыу. Матбуғат баҫмалары сығарыуға ҙур иғтибар бүленә. Рус һәм инглиз телдәрендә «Башҡортостан Республикаһы» энциклопедияһы донъя күрәсәк. Башҡортостандың дәүләтселеген булдырыу тураһында документтар йыйынтығы һәм «видеоверсия менән «Быуат оҙонлоғондай юл» исемле китап баҫыласаҡ, – тип масштаблы документтың сығыуына аңлатма бирҙе Башҡортостан министры, республиканың 100 йыллығын байрам итеүгә әҙерләнеү буйынса республика ойоштороу комитетының яуаплы секретары Руслан Мирсаяпов.
Автор:Галина Бахшиева
Читайте нас: