13:58 (UTC+5), 30 Декабря 2016

Өфөлә яңы Перинаталь үҙәктә 82 бала тыуған

Олег Яровиков
Әлим Фәйезов
Өфө, 2016йыл, 30 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Быйыл ноябрҙең һуңында эш башлаған яңы Республика Перинаталь үҙәгендә 82 бала тыуған. Бындай мәғлүмәттәрҙе республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы килтерә, ул 21 ноябрҙән 30 декабрҙең иртәгәһенә тиклем көнүҙәк.
Был ваҡыт эсендә 82 ҡатын бәхетле әсә булған. Игеҙәктәр тыумаған. Донъяға килгән сабыйҙарҙың – 51-е ҡыҙ һәм 31-е малай.
Республика перинаталь үҙәгенең яңы акушер-неонаталь корпусы 130 койкалыҡ, өс кимәлле бәпесләргә ярҙам итеү учреждениеһы. Бында иғтибар, күбеһенсә, «юғары хәүеф төркөмөнә» ингән пациенттарға һәм яңы тыуған сабыйҙарға медицина ярҙамы күрһәтеүгә йүнәлтелгән.
Үҙәктә һигеҙ бала табыу залы, ҡатындар өсөн реанимация һәм интенсив терапия бүлеге, өс акушер операция залы, 500 грамм ауырлыҡ менән тыуған балаларға ярҙам күрһәтергә биреүсе 12 койкалыҡ реанимация һәм ҡорамалдар менән йыһазландырылған интенсив терапия бүлектәре, өс заманса операция залы ингән гинекология бүлеге бар. Диагностика бүлеге яңы заманса ультратауыш, рентген ҡорамалдары һәм магнит-резонанс томографы менән йыһазландырылған, улар ҡарындағы баланы, шулай уҡ иң бәләкәй пациенттарҙы – етлекмәй тыуған балаларҙы тикшерергә мөмкинлек бирә, тип хәбәр иттеләр республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика