05:07 (UTC+5), 30 Декабря 2016

Өфөлә ҡаланың иң яҡшы кешеләрен бүләкләнеләр

Өфө ҡала Советының матбуғат хеҙмәте
Әлим Фәйезов
Өфө, 2016 йыл, 30 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Өфө ҡала Советында ҡала үҫешенә тос өлөш индергән кешеләрҙе бүләкләп үттеләр. Лайыҡлы наградаларҙы ҡала Советы рәйесе Валерий Трофимовтың ҡулынан 40-лап кеше алды. Уларҙың туғыҙы Өфөнөң юғары наградаһына – Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының Почет грамотаһына һәм күкрәккә тағылмалы «Ҡала алдындағы хеҙмәттәре өсөн» билдәһенә лайыҡ булды. Ҡалғандары БР Өфө ҡалаһы ҡала округы Советының Почет грамоталарын алды.
Бүләкләнеүселәр араһында уҡытыусылар, табиптар, артистар, балалар баҡсалары һәм өҫтәмә белем биреү педагогтары, ғалимдар, мәҙәниәт, полиция, производство хеҙмәткәрҙәре һәм эре предприятие етәкселәре.
Наградалар тапшырыу ғәҙәттәгесә иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды. Валерий Трофимов йыйылғандарҙың барыһын да, уларҙың ғаиләләрен алдағы яңы йыл байрамдары менән ҡотланы һәм Өфө төрлө-төрлө тармаҡтарҙа эшләүсе лайыҡлы, талантлы кешеләргә бай булыуын билдәләне.
Быға оҡшаш тантаналарҙы Өфө ҡала Советы йылына бер нисә тапҡыр уҙғара, ғәҙәттә эре дәүләт байрамдары алдынан. Ысын наградалар һаны Ҡала Советына бүләкләү тантанаһына саҡырылған кешелер иҫәбенән айырыла. Почет грамоталарының бер өлөшө өфөләргә эш урындарында тапшырыла, тип хәбәр иттеләр Өфө ҡала Советының матбуғат хеҙмәтендә.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика