Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+17 °С
12:40 (UTC+5), 29 Декабря 2016

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы

Олег Яровиков
Александр Смирнов
Өфө, 2016 йыл, 29 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 29 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Ордендар, айырма билдәләре, почет грамоталары, маҡтаулы исемдәр һәм рәхмәт хаттары менән 53 сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт, торлаҡ-коммуналь һәм урман хужалығы, агросәнәғәт комплексы, дәүләт хеҙмәте, муниципаль идаралыҡ, банк һәм социаль өлкә, эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа, фән һәм мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, физкультура һәм спорт, матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары, мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәренең һөнәри ҡаҙаныштары билдәләнде.
Республика Башлығы уларҙы лайыҡлы наградалары һәм яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотланы.
- Беҙҙең республика 2017 йылға ышаныслы аяҡ баҫа. Финанс мөмкинлектәребеҙ үҙ өҫтөбеҙгә алған социаль йөкләмәләрҙе атҡарыр өсөн етерлек. Бюджетыбыҙ профицит менән үтәлгән. 2017 йылға күсеүсе бер аҙ ресурстар запасы бар, – тине Рөстәм Хәмитов. – Һеҙҙе, ысынлап хеҙмәт иткән, эшләгән кешеләрҙе күреүе ҙур ҡәнәғәтлек килтерә. Ошондай хеҙмәтсән кешеләрҙең күп булыуын белә тороп республикала ысынлап та бөтәһе лә ышаныслы икәнен, 2017 йылда ла, артабан да яҡшы булыуын аңлайһың.
Сығыштың тулы стенограммаһы һәм наградланыусыларҙың исемлеге республика Башлығының рәсми сайтында баҫылған.
1 из 12
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика