09:50 (UTC+5), 29 Декабрь 2016

Башҡортостанда студенттарҙың хоҡуғын буласаҡ социолог Алина Сафуанова яҡлаясаҡ

Башҡорт дәүләт университетының матбуғат хеҙмәте
Ләйлә Аралбаева
Өфө, 2016 йыл, 29 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡорт дәүләт университетының философия һәм социология факультеты студенты Алина Сафуанова Башҡортостан Республикаһында студенттарҙың хоҡуғын яҡлау буйынса вәкил итеп һайланды. Бының хаҡта юғары уҡыу йортоноң матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Студент омбудсменының күҙ уңында – студенттарҙың көнүҙәк проблемалары һәм уларҙы хәл итеү мониторингы, студенттарҙың хоҡуҡи белемлеген күтәреү, Башҡортостан территорияһында мәғариф кредитын үҫтереү, студент үҙидаралығы вәкәләтен киңәйтеү һәм уҡыусыларҙың мөрәжәғәттәре менән эш итеү мәсьәләләре.
Башҡортостан Республикаһында студенттарҙың хоҡуғын яҡлау буйынса вәкилде һайлағанда шулай уҡ Башҡорт дәүләт медицина университеты студенты Александр Васильев ҡатнаша. Йәшерен тауыш биреүҙә республиканың 18 юғары уҡыу йорто вәкиле ҡатнаша.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика