03:01 (UTC+5), 27 Декабрь 2016

Ямалда ҡабаттан башҡорт телендә гәзит сыға башланы

Арина Рәхимҡолова
Өфө, 2016 йыл, 27 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. «Милләт нуры» гәзите редакцияһы Ямалда яңынан эшен башланы. Был ижтимағи-сәйәси гәзиттең донъя күреүе көнүҙәк булып тора, сөнки Башҡортостандан күп кенә башҡорттар Алыҫ Төньяҡҡа аҡса эшләргә китә.
2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, Ямалда 8289 башҡорт йәшәй. Был автономлы округта йәшәүселәрҙең 1,5 проценттан күберәге тигән һүҙ. Башҡортостандан алыҫ йәшәү шарттарында мәҙәниәтте һәм телде һаҡлап ҡалыуы ҡыйын. Ямалда милли йүнәлеш биреүсе баҫмалар юҡ.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, «Милләт нуры» гәзитенең тәүге һандары сыҡҡан саҡта уҡыусылар туған телдәге баҫманы ҡулдарына тотоп ҡыуаныс кисерә ине. Гәзиттең дүртенсе битен тултырғанда ла халыҡтың башҡорт телендә яҡындарын һәм туғандарын бик әүҙем ҡотлап яҙыуы айырым бер күрһәткес булып торҙо.
Ҡабат сыға башлаған гәзит тәүгеһенән айырылмай тиерлек. Беренсе һәм икенсе биттәрендә иң мөһим яңылыҡтар, ҡыҙыҡлы кешеләр менән интервью, көнүҙәк темаларға мәҡәләләр. Был мәғлүмәт рус телендә сыға, ә өсөнсө һәм дүртенсе биттәре – башҡортса. Гәзит биттәрендә автономлы округта йәшәүселәр шулай уҡ ижад емештәрен баҫтыра аласаҡ. «Милләт нуры» Ноябрьск башҡорттары ҡоролтайының, шулай уҡ Ямал ҡалаһы башҡорт ижтимағи ойошмаларының эшен ентекләберәк сағылдырасаҡ.
Дин – тағы ла бер етди тема, ул шулай уҡ гәзит биттәрендә айырым урын аласаҡ. Ислам дине һорауҙары буйынса редакция Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты контролендәге округ һәм муниципалитет берәмектәренең рәсми дин вәкилдәре менән хеҙмәттәшлек итергә ниәтләнә. Баҫмала мосолман байрамдары, йолалары тураһында мәғлүмәттәр баҫыу күҙаллана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика