04:20 (UTC+5), 27 Декабрь 2016

Советтар Союзы Геройы Ҡотдос Латыповты Мәскәүҙә Троекуров зыяратында ерләнеләр

Ләйлә Аралбаева
Өфө, 2016 йыл, 27 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Советтар Союзы Геройы, сығышы менән Башҡортостан кешеһе Ҡотдос Латыповты ҙур хөрмәт менән Мәскәүҙә Троекуров зыяратында ерләнеләр. Яҡташтары легендар летчик-штурмлаусы, авиация полковнигы ҡәберенә бәләкәй ватанынан килтерелгән бер ус тупраҡты һалды. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны 23 декабрҙә 94-се йәшендә һәләк булды.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығына яҙыусы Айгиз Баймөхөмәтов хәбәр итеүенсә, Ҡотдос Латыпов менән хушлашырға Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары госпиталенә байтаҡ кеше килгән. Почетлы ҡарауыл ҡуйылған, Рәсәй Оборона министрлығы оркестры уйнаған. Башҡортостан Хөкүмәте исеменән республиканың Мәскәүҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкилеллеге хеҙмәткәре Азат Ғәфүров ҡайғы уртаҡлашыуын белдергән.
Билдәле ғалим-физик, РФ Дәүләт премияһы лауреаты Венер Ғәлин бергәләп Башҡортостанға ҡайтып килергә йыйынғандарын, әммә өлгөрмәгәнен һөйләне. «Йондоҙ» Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Советтар Союзы Геройҙарына ярҙам итеү фонды директоры Мария Сорокина Ҡотдос Латыповтың фонд уҙғарған барлыҡ саралар үҙәгендә булыуын билдәләне. Ул йыш ҡына Мәскәү мәктәптәрендә сығыш яһаған. Геройҙы ерләүҙә Абхазиянан полкташы, летчик Киазим Агрбаның ейәндәре ҡатнаша.
Ҡотдос Латыпов Троекуров зыяратының Дан аллеяһында ерләнгән.
1 из 4
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика