07:33 (UTC+5), 27 Декабрь 2016

Республикала Экология йылының саралар планы раҫланды

Галина Бахшиева
Өфө, 2016 йыл, 27 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Хөкүмәте Президиумы ултырышында республикала Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылын уҙғарыу буйынса саралар планы раҫланды.
«Рәсәй Федерацияһында һәм Башҡортостан Республикаһында 2017 йыл Экология йылы һәм Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы тип иғлан ителде. Министрлыҡ тарафынан тематик саралар планын әҙерләү буйынса ҙур эш башҡарылды, шул иҫәптән йәмәғәт иғтибарын экология проблемаларына йәлеп итеү, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен үҫтереү кәрәклеге», — тип билдәләне БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев.
Уның әйтеүе буйынса, атмосфера һауаһын, һыу объекттарын, ер аҫты байлыҡтарын, үҫемлек һәм хайуандар донъяһын һаҡлау, шулай уҡ халыҡтың экологик мәҙәниәтен күтәреү өлкәһендә 100-ҙән ашыу сара планға инә.
Республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2017 йылда тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә сәнәғәт предприятиеларының эре проекттары ғәмәлгә ашырыласаҡ. Улар араһында – «Газпром нефтехим Салауат» төп сәнәғәт майҙансығында таҙартыу ҡорамалдарын реконструкциялау, «Башнефть-Өфөнефтехим» биологик таҙартыу ҡоролмалары комплексын яңыртыу, «Мономер» һәм «Газпром нефтехим Салауат» нефть эшкәртеү заводтарында сульфид-һелте улағын таҙартыу ҡулайламаларын төҙөү.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика