11:55 (UTC+5), 27 Декабрь 2016

«Дуҫлык» шифаханаһы Рәсәйҙең иң яҡшы һаулыҡ йорто тип танылған

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте
Галина Бахшиева
Өфө, 2016 йыл, 27 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. «Тармаҡ лидеры-2016» бөтә Рәсәй милли премияһына йомғаҡ яһалды. «Рәсәйҙең алдынғы һаулыҡ йорттары» номинацияһында Башҡортостандан «Дуҫлык» шифаханаһы еңеүсе тип танылды.
«Дуҫлык» юғары исем алып һәм «Тармаҡ лидеры» билдәһен, логотипын файҙаланыу хоҡуғына эйә булып, Рәсәйҙең иң яҡшы шифаханаһы итеп табылды. Шифаханаға тейешле сертификат тапшырылды, һәм хәҙер ул был Премия лауреаттарының рәсми реестрына индерелде. Награда илебеҙҙәге тармаҡ предприятиелары араһында албирмәҫ позицияларға өлгәшкәне, һөҙөмтәле идара итеүҙе һәм клиенттарға ҡарата яуаплы сәйәсәтте ойоштороуы, шулай уҡ дауалауҙа һәм сәләмәтләндереүҙә инновацион техноголияларҙы оҫта ҡулланыуы өсөн бирелде. Бының хаҡта Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.
Бөтә Рәсәй милли премияһы Дәүләт Думаһы депутаттары һәм төбәк Сауҙа-сәнәғәт палатаһы етәкселәренең туранан-тура булышлығы менән Халыҡ-ара йәмәғәтселек танылыуы академияһы тарафынан булдырылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика