05:59 (UTC+5), 26 Декабря 2016

Бөрйән солоҡ бал ҡортон ҡануни һаҡларға ниәтләнәләр

Олег Яровиков
Арина Рәхимҡолова
Өфө, 2016 йыл, 26 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостанда солоҡсолоҡто үҫтереүгә һәм бөрйән солоҡ бал ҡортон һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән закон проектын тикшерәләр. Кәңәшмә Рәсәй фәндәр академияһының Өфө биология институтында уҙҙы. Закон проектын республика Дәүләт йыйылышының Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Руфина Шаһапова тәҡдим итте.
«Ғалимдарҙың баһалауы буйынса, ҡара төҫтәге урман бал ҡортоноң бөрйән тоҡомо донъяла иң ҙуры һәм генетик яҡтан иң таҙаһы. Популяция үҙәге Бөрйән районы «Шүлгәнташ» ҡурсаулығында урынлашҡан», — тип һөйләне Руфина Шаһапова.
Депутат әйтеүенсә, бөрйән бал ҡорто төбәктең ҡырыҫ тәбиғәт шарттарына яраҡлашҡан. Башҡа төр бал ҡорттарында ҡаты урал ҡышын генетик ҡышлау һәләте барлыҡҡа килмәгән. Нигеҙҙә, бөрйән бал ҡорто – юғары сифатлы, экологик яҡтан таҙа бал алырлыҡ, умартасылыҡты үҫтереү өсөн үҙенсәлекле резерв. Уны һаҡлап ҡалыуҙың иң мөһим шарты – бөтә донъяла ҡыҙыҡһыныу уятыусы, башҡорттарҙың боронғо шөғөлө – солоҡсолоҡҡа булышлыҡ итеү һәм уны үҫтереү. Тап солоҡта ҡаты тәбиғи һайлап алыу бара, ул генетик фондты һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирә. Төрлө бал ҡорто тоҡомдарын ҡушҡанда көсһөҙ тоҡом тыуа. Гибридлаштырыу процесы бөрйән бал ҡортона төҙәтелмәҫлек зарар килтереүе бар.
Ғинуарҙа закон проектын эксперт төркөм менән тикшереү күҙаллана, унан һуң ул республика парламенты ҡарауына тәҡдим ителәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика