07:59 (UTC+5), 26 Декабря 2016

26 декабрь Рәсәйҙә дөйөм милли матәм көнө тип иғлан ителде

Олег Яровиков
Ғәлиә Нәбиева
Өфө, 2016 йыл, 26 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Владимир Путин Краснодар крайында самолет һәләкәткә осрау арҡаһында 26 декабрҙе бөтә Рәсәйҙә матәм көнө тип иғлан итте. Матәм көндө бөтә илдә Дәүләт флагтары бер аҙ төшөрөлгән. Мәҙәниәт учреждениеларына һәм телерадиокомпанияларға күңел асыу сараларын һәм тапшырыуҙарын кисектереп торорға тәҡдим ителгән. Дәүләт башлығы Ҡара диңгеҙ өҫтөндә авиация һәләкәте һөҙөмтәһендә һәләк булғандарҙың ғаиләләренә ауыр ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе.
Хөкүмәт комиссия ойошторҙо, уны транспорт министры етәкләне. Һәләкәт сәбәптәре ентекләп тикшереләсәк һәм һәләк булғандарҙың ғаиләренә ярҙам итеү өсөн барыһы ла эшләнәсәк.
2016 йылдың 25 декабрендә Краснодар крайының Сочи ҡалаһы эргәһендә Ту-154 самолеты һәләкәткә осрау сәбәпле бик күп ҡорбандар бар. РФ Оборона министрлығы самолеты Адлерҙан күтәрелеп киткәс ике минуттан һуң радарҙарҙан юғала. Оборона идараһында хәбәр итеүҙәренсә, һауа судноһы бортында 92 кеше була – РФ Хәрби көстәре хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ Александров исемендәге ансамбль артистары, туғыҙ Рәсәй киң мәғлүмәт саралары вәкиле һәм Елизавета Глинка (доктор Лиза). Самолет Сүриәгә Хмеймим авиабазаһына осҡан була.
РФ Оборона министрлығының самолеты һәләкәткә осрау сәбәпле ҡыҙыу линия ойошторолған, телефоны: 8-800-100-1886.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика