12:33 (UTC+5), 23 Декабрь 2016

Республикала бассейнлы заманса мәктәп асылды

Олег Яровиков
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2016 йыл, 23 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Стәрлетамаҡтың яңы биҫтәһендә мең уҡыусылыҡ бассейнлы яңы мәктәп асылды. Ул 2016-2025 йылдарға «Рәсәй субъекттарындағы дөйөм белем биреү ойошмаларында яңы урындар булдырыуға ярҙам итеү» федераль программаһы сиктәрендә төҙөлгән. Төҙөлөш 760 миллион һумдан ашыуға төшкән, уларҙың 536 миллионы тиерлек Рәсәй Федерацияһы бюджетынан бүленгән.
Яңы мәктәп бер сменала эшләйәсәк. Бинаның дөйөм майҙаны 15367,95 квадрат метр. Уҡыу йортоноң тағы ла бер өҫтөнлөгө – үҙ бассейны, шулай уҡ бер төркөм түңәрәктәрҙең булыуы. Уҡытыу бүлмәләре заманса дидактик һәм методик ҡорамалдар менән йыһазландырылған.
БР Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, федераль программа сиктәрендә ведомство 2017 йылға Благовещенда, Димдә һәм Өфөнөң «Колгуев» биҫтәһендә дөйөм белем биреү йорттары төҙөүгә өс заявка биргән.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика