10:39 (UTC+5), 16 Декабря 2016

«Изге шыршы-2017» инклюзив фестивалендә бөтә республиканан ике меңдән ашыу бала ҡатнаша

«Беҙҙең киләсәк» хәйриә фонды
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 16 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Баш ҡалала «Изге шыршы-2017» инклюзив фестивалендә бөтә республиканан ике меңдән ашыу бала ҡатнаша. Хәйриә сараһын ойоштороусылар һәм партнерҙар «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында ошо турала һөйләне. «Быйыл байрам өсөнсө тапҡыр уҙғарыла, унда ҡатнашырға теләүселәрҙең һаны йылдан-йыл арта. Сараның төп маҡсаты — мөмкинлектәре сикле балаларҙы һәм уларҙың һау-сәләмәт тиҫтерҙәрен бер майҙанға йыйыу, уларға байрам бүләк итеү, бер-береһе менән аралашыу мөмкинлеге булдырыу», — тине ойоштороусы, «Беҙҙең киләсәк» хәйриә фонды директоры Гөлнара Хәмиева.
«Беҙҙең киләсәк» хәйриә фонды мөмкинлектәре сикле балалар өсөн «Изге шыршы»ға 100 билет бүлгән. Фестиваль программаһында маймыл һәм әтәс менән тамаша ойоштороу ҡаралған. Тере статуялар, аниматорҙар, ҙур ҡурсаҡтар ҡунаҡтарҙың күңелен асасаҡ. Мобиль планетарий, аквагрим студияһы, төрлө оҫталыҡ дәрестәре эшләйәсәк. Өҫтәл уйындары, фотосессиялар, конкурстар, Ҡыш бабайҙан бүләктәр, флешмоб көтөлә. Шулай уҡ талантлы балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашлығында шоу-программа ойошторола, Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Айҙар Ғәлимов, бер туғандар Айҙар һәм Алмас Юнысовтар сығыш яһай.
Байрам һуңында Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу балаларҙы Яңы йыл менән ҡотлап, бүләктәр тапшырасаҡ.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика