05:24 (UTC+5), 15 Декабрь 2016

Рөстәм Хәмитов электрон белем биреүҙе үҫтереү буйынса Совет ултырышын үткәрҙе

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 15 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 14 декабрҙә Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы электрон белем биреүҙе үҫтереү буйынса Советтың күсмә ултырышын үткәрҙе. Ултырыш Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә уҙҙы. Унда Совет ағзалары, шулай уҡ республиканың профилле министрлыҡ, ведомство, юғары уҡыу йорто һәм предприятие вәкилдәре ҡатнашты.
Ултырыш башланыр алдынан республика Башлығы эшкә урынлашыу һәм эш эҙләү өлкәһендәге электрон ресурстар менән танышты, уларҙың кәрәклеге, үҫеш мөмкинлектәре менән ҡыҙыҡһынды, ситтән тороп эшләү, иректән мәхрүм итеү урындарынан сыҡҡан кешеләрҙең социаль һәм хеҙмәт шарттарына яраҡлашыу мәсьәләләрен тикшерҙе. Шулай уҡ Рөстәм Хәмитов Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә ҡуйылған мәғлүмәт терминалының эшен һынап ҡараны.
– Бында вакансияларҙың, резюмеларҙың электрон банкы булдырылған. Мәғлүмәт биреүҙең автоматлаштырылған системаһы, шул иҫәптән терминалдар, табло эшләй. Хеҙмәт биржаһының эше интернет форматына күсә. Әммә был бары тик заман талаптарына яуап биреү генә. Заманса технологиялар башҡаса эшкә урынлашыуҙы күҙ уңында тота, – тине төбәк етәксеһе. – Шуға ҡарамаҫтан, онлайн режимда профессиональ диагностикалау, әңгәмәләшеү үткәрелә. Был эшкә урынлашыуҙы тиҙләтә, эш биреүселәргә компетентлы белгестәр табырға ярҙам итә.
Мәғариф системаһында электрон белем биреүҙе индереү буйынса эш дауам итә, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. 2017 йылда «Мәғлүмәт йәмғиәтен үҫтереү» республика программаһына ярашлы, электрон белем биреүҙе файҙаланған ойошмаларҙың өлөшө 80 процентҡа тиклем артырға тейеш. Быйыл электрон ресурстарҙы ҡулланған мәктәптәр һаны 50 процентҡа етте. 2018-2019 йылдарҙа бөтә мәктәптәр ҙә электрон ресурстарҙы файҙаланыр тип күҙаллана.
Башҡортостандың Мәғлүмәтләштереү һәм «Асыҡ Республика» системаһының эш итеүе мәсьәләләре буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ринат Шәғәлин төбәктә смарт-йәмғиәт булдырыу тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, республикала тейешле методик база бар. «Башҡортостан Республикаһында электрон белем биреү» порталын яңыртыу дауам итә.
1 из 6
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика