Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-23 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Декабрь 2016, 17:47
Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың ғилми берләшмәһен республика Фәндәр академияһының 25 йыллығы менән ҡотланы
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 15 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 15 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Фәндәр академияһының 25 йыллығына арналған тантаналы йыйылышта
сығыш яһаны
.
Республика етәксеһе 1991 йылда Башҡортостанда Фәндәр академияһын булдырыу тураһында ҡарар ҡабул иткән кешеләрҙең береһе булыуы хаҡында һөйләне.
– 1991 йылда мин Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Президиумында эшләнем. Ул саҡта Президиумда республикала Фәндәр академияһын булдырыу мәсьәләһен ҡараныҡ. Ошо эш алдынан дебаттар, бәхәстәр, фекер алышыуҙар булды, – тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Рөстәм Хәмитов. – Фәндәр академияһының яҡты киләсәге, ҡеүәтле структураһы төҙөлдө, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеү тураһында әйтелде. Юғары Совет Президиумының ул саҡтағы ултырышында Фәндәр академияһын булдырыу хаҡында ҡарар ҡабул иттек.
Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, бөгөн ғилми тикшеренеүҙәрҙә тармаҡ проблемалары түгел, кешенең йәшәйеше мәсьәләләре алғы планға сыға. Фән кешегә табан йүнәлеш ала.
– Берлектәге эшебеҙ үҙгәртелергә, яңыртылырға тейеш. Беҙгә йәш кадрҙар, яңы кешеләр кәрәк. Шул саҡта ғына киләсәккә өмөт итә һәм эште дөрөҫ ойошторҙоҡ, тип әйтә алабыҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Академия илдең һәм республиканың киләсәге өсөн яңы кешеләр әҙерләү менән идара итергә тейеш. Бөтә академия структураларының тәғәйенләнеше тап шунда.
Башҡортостан Башлығы академиктарҙы әһәмиәтле ваҡиға менән ҡотланы һәм республика фәнен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән ғалимдарға дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Теги:
фән
бр башлығы
Читайте нас