11:00 (UTC+5), 15 Декабря 2016

Өфөлә «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән ҡатын-ҡыҙҙар бала тәрбиәләү серҙәре менән бүлеште

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 15 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 15 декабрҙә Өфөлә, Башҡортостан Хөкүмәте йортонда, биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарға «Әсәлек даны» миҙалын тапшырыу тантанаһы булды. 18 йыл эсендә 7,5 меңдән ашыу кеше ошо маҡтау билдәһе менән бүләкләнгән. Бөгөн тағы ла 45 ҡатын-ҡыҙ республиканың хөрмәтле әсәләре исемлеген тулыландырҙы. Миҙалдарҙы һәм аҡсалата премияларҙы вице-премьер Салауат Сәғитов тапшырҙы.
Дәүләкәндән баш ҡалаға бер юлы өс ғаилә усағын һаҡлаусы килгән. 33 йәшлек Татьяна Михайлова тормош иптәше менән алты ҡыҙ тәрбиәләй. Өлкәненә һигеҙ йәш булһа, кесеһе алты айлыҡ ҡына. «Хоҙай күпме биргән, — ти әсә. — Улар бөтөнләй бер-береһенә оҡшамаған. Балаларыбыҙҙы хәстәрлекле булырға, ғәфү итергә, яҡындарын яратырға, тәртипкә өйрәтәбеҙ. Ҙур ғаиләне ҡарау өсөн баҡса үҫтерәбеҙ».
«Йыл аҙағы — һөҙөмтәләрҙе барлау мәле. 2016 йылда уңыштар, юғалтыуҙар, ҡыуаныстар һәм борсолоуҙар ҙа булғандыр. Кемдер сираттағы тапҡыр сабыйының тәүгә тәпәй баҫҡанын күргәндер. «Әсәлек даны» миҙалын ғорур рәүештә тағып йөрөүегеҙҙе теләйем. Киләсәктә балаларығыҙ һеҙҙең хәстәрлекте һәм тырышлыҡты баһалаһын ине. Изгелегегеҙ икеләтә кире ҡайтһын! Яҡынлашып килгән Яңы йыл менән!», — тип мөрәжәғәт итте ҡатын-ҡыҙҙарға Салауат Сәғитов.
Шулай уҡ күп балалы әсәләрҙе бүләкләү барышында «Эшләүсе әсәләр өсөн иң яҡшы предприятие» конкурсы еңеүселәре наградланды.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика