11:56 (UTC+5), 15 Декабря 2016

«Башинформ» агентлығы — Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙы яҡтыртыу буйынса иң яҡшылар рәтендә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 15 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. «Башинформ» агентлығы 2016 йылда Башҡортостанда Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙы яҡтыртыу буйынса иң яҡшы киң мәғлүмәт сараларының береһе тип танылды. Киң мәғлүмәт саралары араһында республика конкурсын ойоштороусы булып Башҡортостанстат сығыш яһаны.
Иң яҡшылар иҫәбендә — Башҡортостан юлдаш телеканалы, «Ҡыҙыл таң», «Бәләбәй хәбәрҙәре», «Республика Башкортостан», «Вечерняя Уфа» гәзиттәре.
Конкурс еңеүселәрен һәм призерҙарын бүләкләү тантанаһында билдәләүҙәренсә, республикала Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуға әҙерләнгәндә һәм уны үткәргәндә киң мәғлүмәт саралары ҙур роль уйнаған.
«Халыҡ араһында ҙур эш башҡарылды, — тип билдәләне Башҡортостанстат етәксеһе Әкрәм Ғәниев. — Барыһына ла яҡшы эш өсөн рәхмәт белдерәбеҙ һәм артабанғы емешле хеҙмәттәшлеккә ышанабыҙ».
«Ауыл хужалығы иҫәбен алыу — бик күп кешенең хеҙмәте. Башҡортостанстат етди агитация эшен алып барҙы, шул арҡала ауыл хужалығы иҫәбен алыу ваҡытында төбәктә тәртип боҙоуҙар булманы. Бындай иҫәп алыу — ауыл кешеһе өсөн йомғаҡ яһау мөмкинлеге ул. Башҡортостанстат хеҙмәткәрҙәре барлыҡ ауыл хужалығы етештереүселәрен иҫәпкә алыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләне. Шуның өсөн уларға ҙур рәхмәт», — тине Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу комитеты рәйесе Рәсүл Ғосманов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика