Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
0 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Декабрь 2016, 13:03

Баш ҡала хакимиәтендә һауа температураһы нисә градус булғанда уҡыусыларға мәктәпкә бармаҫҡа мөмкин икәнлеге хаҡында һөйләнеләр

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 15 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфө хакимиәте температураның түбәнәйеүенә бәйле уҡыусыларға мәктәпкә килмәҫкә рөхсәт ителеүе тураһында хәбәр итә. Ҡарар балалар һәм үҫмерҙәр араһында һыуыҡ тейҙереп сирләүҙе иҫкәртеү маҡсатында ҡабул ителгән.
Республикала һауа температураһы 25 градустан түбәнәйһә, башланғыс, 28-30 градус һыуыҡ булһа, урта, 31 градустан түбән икән, өлкән класс уҡыусылары дәрес ҡалдыра ала. Әгәр көндөҙ йылытһа, беренсе сменала уҡыусылар ғына мәктәпкә килмәй. Баланың уҡырға барыу-бармауын, һауа шарттарына ҡарап, ата-әсә үҙе хәл итә.
Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, алдағы көндәрҙә республикала һалҡын һауа торошо һаҡлана. Һауа температураһы 28 градусҡа тиклем түбәнәйә.
Читайте нас