Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Декабрь 2016, 13:33

Уҙған төндә Башҡортостанда һауа температураһы 40 градусҡа тиклем түбәнәйҙе

ӨФӨ, 2016 йыл, 14 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Уҙған төндә республиканың ҡайһы бер райондарында термометр бағанаһы түбән температура күрһәтте. Мәҫәлән, Белорет районы ауылдарының береһендә -40 градуслыҡ һауа температураһы теркәлгән. Учалы районында иһә 35 градусҡа тиклем һыуытҡан.
Республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы сайтындағы һауа торошо картаһына ярашлы, әле Бөрйән һәм Белорет райондарында -32,-36 градус. Учалыла -29,-30, Миәкә районында -28, Өфөлә -26 градус.
Башгидромет хәбәр иткәнсә, был аҙнала төбәктә көндәр һалҡын тора. Алдағы көндәрҙә синоптиктар төндә -32, көндөҙ -17, -22 градус буласаҡ тип вәғәҙәләй.
Читайте нас