11:36 (UTC+5), 14 Декабрь 2016

Төбәктә журналистар араһында ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау темаһына конкурс иғлан ителә

Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 14 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда республиканың Сауҙа буйынса дәүләт комитеты ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау мәсьәләләрен иң яҡшы яҡтыртыуға журналистар конкурсын үткәреү тураһында иғлан итә.
Бәйгенең маҡсаты — иң яҡшы авторҙарға ярҙам итеү, шулай уҡ тауарҙарҙың һәм хеҙмәттәрҙең сифаты, хәүефһеҙлеге мәсьәләләренә киң мәғлүмәт сараларының иғтибарын йәлеп итеү юлы менән халыҡҡа еткереү. 27 декабрҙә конкурсҡа йомғаҡ яһала һәм еңеүселәр бүләкләнә.
2016 йылдың 1 ғинуарынан 20 декабргә тиклемге осорҙа донъя күргән йәки эфирға сыҡҡан материалдар ҡабул ителә. Уларҙың һаны сикләнмәй. Конкурс «Гәзит һәм журнал мәҡәләләре», «Интернетта баҫылған мәҡәлә», «Телевизион тапшырыу», «Радиотапшырыу» номинациялары буйынса уҙғарыла.
Эштәр Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитетында (Өфө, Цюрупа урамы, 13, 71-се бүлмә), Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығында (Киров урамы, 45, 420-се бүлмә), Журналистар союзында (Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 1007-се бүлмә) ҡабул ителә.
Бәйләнеш өсөн телефон: (347) 218-09-79.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика