Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-25 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Декабрь 2016, 10:11

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Фәндәр академияһы Президиумы ағзаһы Роберт Ниғмәтуллин менән осрашты

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 14 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 13 декабрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Фәндәр академияһы Президиумы ағзаһы Роберт Ниғмәтуллин менән осрашты. Ул Рәсәй Фәндәр академияһы Президиумы, Ғилми ойошмаларҙың федераль агентлығы һәм Башҡортостан Хөкүмәтенең төбәктәге Ғилми ойошмаларҙың федераль агентлығы ҡарамағында булған фәнни ойошмаларҙы реструктуризациялау буйынса берләшкән комиссияһын етәкләй.
Осрашыуҙа Ғилми ойошмаларҙың федераль агентлығы һәм Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге вәкилдәре ҡатнашты.
Яҡтар Башҡортостандың фәнни комплексын камиллаштырыу һәм үҫтереү, Республика генетика үҙәген булдырыу, ғилми институттарҙы төбәк иҡтисадын яңыртыу буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырыуға йәлеп итеү, шулай уҡ Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәген үҙгәртеп ҡороу һәм уның нигеҙендә Өфө федераль тикшеренеү үҙәген ойоштороу мәсьәләләрен тикшерҙе.
Өфө федераль тикшеренеү үҙәге составына Өфө ғилми үҙәге, Ботаника баҡса-институты, Геология Институты, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Иҫәпләү үҙәге булған математика институты, Р. Р. Мәүлитов исемендәге Механика институты, Нефть химияһы һәм катализ институты, Социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр институты, Р. Ғ. Кузеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институты, Ауыл хужалығының ғилми-тикшеренеүҙәр институты һәм Өфө ғилми үҙәге поликлиникаһы инде. Академия институттарын Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге филиалдарына үҙгәртеп ҡороу, шулай уҡ уларҙа 9 яңы дисциплина-ара интеграцияланған структура булдырыу күҙ уңында тотола.
Бөтә институттарҙы үҫешкән инфраструктураһы булған берҙәм тикшеренеүҙәр үҙәгенә туплау фәндең тиҙләтелгән үҫеше өсөн шарттар тыуҙырырға һәм шуның менән республиканың инновация ҡеүәте үҫешенә нигеҙ һалырға мөмкинлек бирәсәк.
Читайте нас