Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-7 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Декабрь 2016, 17:46

«Өфө» аэропорты илдә иң ышаныслыһы тип танылды

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 14 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфө аэропорты Рәсәйҙә иң ышаныслыһы тип танылды. Kayak.ru сайты шундай статистика мәғлүмәттәрен килтерҙе, тип хәбәр иттеләр баш ҡала авиаүҙәгенең матбуғат хеҙмәтендә.
Агентлыҡта илдең популяр аэропорттарында 30 минуттан артыҡ тотҡарлыҡты тикшергәндәр. Өфө авиаүҙәгенең иң ышаныслы булыуы асыҡланған.
Һуңғы ике йылда бында тотҡарлыҡ проценты туғыҙ проценттан артмаған. Домодедово һәм Внуково аэропорттарында осоштар бик йыш тотҡарлана — 30 һәм 24 процент. Шереметьево аэропортында иһә 15 процент ҡына. Хабаровск (уртаса көтөү ваҡыты — 125 минут) һәм Һамар (121 минут) авиаүҙәктәре көтөү ваҡыты буйынса рекордсмен булды.
Читайте нас