Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-9 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Декабрь 2016, 12:28

Рөстәм Хәмитов әсә һәм бала һаулығын һаҡлау тураһында селектор кәңәшмәһендә ҡатнашты

Олег Яровиков, Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Олег Яровиков, Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2016 йыл, 13 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 12 декабрҙә Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев әсә һәм бала һаулығын һаҡлау мәсьәләһе буйынса видеоселектор кәңәшмәһе үткәрҙе, унда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.
Әсәлек һәм балалыҡ тураһында хәстәрлек күреү – дәүләттең төп бурысы, тип билдәләне Премьер-министр. Һуңғы 25 йылда илдә әсәләр үлеме күрһәткесе кәмегән, һәм хәҙер тере тыуған 100 мең балаға 10 осраҡ тура килә. Былтырғы йомғаҡтар буйынса, сабыйҙар үлеме кимәле – 1 мең балаға 6,5 осраҡ.
Перинаталь үҙәктәр төҙөү буйынса эш бынан ун йыл самаһы элек башланды һәм бөгөн ошо программа бөтә илдә тиерлек тормошҡа ашырылды, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Хөкүмәт Рәйесе. Һуңғы йылдарҙа шундай 35 үҙәк асылған. Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова билдәләүенсә, шуларҙың береһе Башҡортостанда төҙөлгән һәм әүҙем эшләй.
– Тағы яңыраҡ ҡул ҡуйылған документ хаҡында хәбәр иткем килә. Был документ юғары технологиялы дауалау механизмын камиллаштырыуға йүнәлтелгән, – тине Дмитрий Медведев. – Киләһе йылдан мотлаҡ медицина страховкаһы системаһына индерелмәгән юғары технологиялы медицина ярҙамын финанс менән тәьмин итеү ҡағиҙәләре үҙгәрә. Мотлаҡ медицина страховкаһы фондының ошондай ярҙам күрһәтеү өсөн аҡсалары элеккесә бюджет аша түгел, туранан-тура федераль дәүләт учреждениеларына йүнәлтелә.
2016 йылдың 10 айында Башҡортостанда 47 меңгә яҡын бала донъяға килгән. Тәбиғи үҫеш 3,5 мең самаһы кеше тәшкил иткән. Сабыйҙар үлеме уҙған йылға ҡарата 21 проценттан ашыуға кәмегән һәм 1 мең балаға 5,8 тәшкил итә.
Һуңғы йылдарҙа ике муниципаль-ара перинаталь үҙәк – Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының акушерлыҡ бүлексәһе һәм «Әсә һәм бала» клиник госпитале төҙөлдө. Ноябрҙә Өфөлә тейешле федераль программаға ярашлы төҙөлгән 130 койкалыҡ Республика перинаталь үҙәге асылды.
Читайте нас