Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
+1.16
91.98
+0.6
62.51
+0.52
-1 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Декабрь 2016, 14:00

Был аҙнала төбәктә көндәр һалҡын тора

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 13 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Был аҙнала Башҡортостанда көндәр һалҡын тора, тип хәбәр итә республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы. Һауа температураһы норманан 5-7 градусҡа түбәнерәк була. 13 декабрҙә бер аҙ йылыта, сөнки Ырымбур өлкәһе аша циклон күсә. Шуға бәйле республиканың көньяғында ҡар яуыуы һәм еңелсә буран сығыуы ихтимал.
Шаршамбы, 14 декабрҙә, төндә -18, -23, төньяҡта -30, көндөҙ -15, -20 градус булыуы көтөлә. Кесаҙна, 15 декабрҙә, төндә -20,-25, урыны менән -32, көндөҙ -17, -22 градус.
Дөйөм алғанда, декабрҙең икенсе декадаһында төбәктә уртаса һауа температураһы норманан 5-8 градусҡа түбәнерәк булмаҡсы.
Читайте нас