Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Декабрь 2016, 17:24

Баш ҡала үҙәгендә һырғалаҡ асылды

ӨФӨ, 2016 йыл, 13 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөлә Ҡунаҡһарай янында дөйөм майҙаны 2000 квадрат метрлыҡ һырғалаҡ асылды. Ул дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем — иртәнге сәғәт 10-дан киске 11-гә, йоманан йәкшәмбегә тиклем 10-дан төнгө 1-гә ҡәҙәр эшләй. Техник тәнәфес — көндөҙгө сәғәт 4-тән 5-се яртыға тиклем.
Билет хаҡы көндөҙгө сәғәт 4-кә ҡәҙәр 100 һәм унан һуң 150 һум, ял һәм байрам көндәрендә 150-250 һум тора. Ә прокатҡа коньки алыу техник тәнәфескә тиклем һәм унан һуң 150-200 һумға, ял һәм байрам көндәрендә 250-350 һумға барып баҫа. Ошо хаҡҡа һаҡлау камераһы ла инә.
Шыуыу ваҡыты сикләнмәгән.
17 декабрҙә киске сәғәт 5-тә һырғалаҡты асыу тантанаһы була, тип хәбәр итте ойоштороусылар.
Читайте нас