10:32 (UTC+5), 13 Декабрь 2016

Авиакомпания һауа судноһына «Өфө» атамаһын бирҙе

Артур Басиров, «Өфө» аэропортының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 13 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Күләмле ребрендинг сиктәрендә «Рәсәй» авиакомпанияһы Airbus A319 һауа судноһына «Өфө» атамаһын бирҙе. Самолет 128 пассажирға иҫәпләнгән. Уны нигеҙҙә илдә файҙаланыу күҙаллана.
Баш ҡала аэропортының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, 12 декабрҙә ҡаланың символикаһы төшөрөлгән самолет Санкт-Петербургтан Өфөгә тәүге рейс яһаған.
Өфө — Рәсәйҙең ҙур транспорт үҙәге. Бында илдең иң ҙур аэропорттарының береһе урынлашҡан.
Пассажир ташыусылар өсөн Өфө ҡалаһы — осоштар картаһында мөһим пункттарҙың береһе. 2016-2017 йылдарҙың ҡышҡы теҙмәһендә компания көн һайын Өфөнән Санкт-Петербургка ике рейс башҡара. Декабрь аҙағынан маршруттар селтәрен Сочиға рейстар менән тулыландырыу ҡарала.
Авиакомпания паркында «Мәскәү», «Владивосток», «Волгоград», «Грозный», «Екатеринбург», «Ижевск», «Ҡазан», «Магадан», «Мурманск», «Түбәнге Новгород», «Новосибирск», «Ырымбур», «Пенза», «Пермь», «Петропавловск-Камчатский», «Дондағы Ростов», «Рязань», «Смоленск», «Сочи», «Хабаровск», «Силәбе» һәм «Южно-Сахалинск» самолеттары бар.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика