14:38 (UTC+5), 12 Декабря 2016

Приморьела Башҡорт ҡоролтайы ярҙамында төбәк һабантуйы уҙғарыла

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 12 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Киләһе йылда Приморье крайында 25-се төбәк һабантуйы ойошторола. Владивостоктың «Дуҫлыҡ» башҡорт-татар йәмәғәт ойошмаһы халыҡ байрамын үткәреү өсөн Приморье крайы хакимиәтенең 300 мең һумлыҡ грантын отто. Һабантуйҙа Сахалин өлкәһе, Камчатка, Хабаровск крайы, Амурҙағы Комсомольск ҡалаһының йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнаша. Новосибирск башҡорт-татар үҙәге ағзалары ғариза биргән.
Юбилей тантаналарын үткәреүгә әҙерлек барышында Башҡортостанға Владивостоктың «Дуҫлыҡ» башҡорт-татар йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Таһир Ибашев килде. «Дуҫлыҡ» юбилей сараһын лайыҡлы билдәләү өсөн Приморьеға профессиональ артистарҙы һәм коллективтарҙы ебәреүҙәрен һорай.
Сығыш яһау өсөн башҡорт милли кейемдәре кәрәк. Ойоштороусылар милли музыка ҡоралдарында уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәреүҙә лә ярҙам итеүҙе һорай. Башҡортостан артистарын ҡабул итергә һәм уларҙың сығыштарын ойошторорға әҙерҙәр.
Приморье крайында бер нисә башҡорт-татар йәмәғәт ойошмаһы бар. Улар иҫәбендә — «Тыуған ил» (Приморье), «Туған тел» (Находка ҡалаһы), «Тыуған ил» (Уссурийск), «Тыуған дин» (Артём) башҡорт-татар йәмәғәт ойошмалары.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика