Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
-10 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Декабрь 2016, 13:21

Республика һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары тәғәйенләнде

ӨФӨ, 2016 йыл, 9 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Нәзир Минһажев Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде.
Нәзир Нәсил улы Минһажев 1970 йылдың 26 октябрендә Шишмәлә тыуған. 1993 йылда Башҡорт медицина институтының дауалау факультетын тамамлаған. 2005-2006 йылдарҙа Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Халыҡ хужалығы академияһын «Иҡтисад һәм предприятие менән идара итеү» һөнәре буйынса тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген Бәләбәйҙәге бала табыу йортонда акушер-гинеколог булып башлай. Артабан үҙәк ҡала дауаханаһында гинекология бүлексәһе мөдире, баш табиптың ойоштороу-методик эш буйынса урынбаҫары була.
2000 йылдан Дудинка ҡалаһындағы Таймыр территориаль медицина бүлексәһенең ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында акушер-гинеколог булып эшләй. 2002-2006 йылдарҙа — Таймыр бала табыу йортонда баш табип. Һуңынан 2008 йылға тиклем Таймыр Долган-Ненец муниципаль районының һаулыҡ һаҡлау идаралығы начальнигы вазифаһын биләй.
2008 йылда Өфөләге 1-се ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында акушер-гинеколог булып эшләүен дауам итә. 2009-2010 йылдарҙа — ҡала һаулыҡ һаҡлау идаралығының баш белгесе.
2011 йылдан Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығында сәләмәтлекте һәм әсәлекте һаҡлау бүлеген етәкләй. 2013-2016 йылдарҙа — Башҡортостан Хөкүмәтендәге социаль сәйәсәт департаментының һаулыҡ һаҡлау, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау бүлеге мөдире.
Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығының Почет грамотаһы һәм «Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы» билдәһе менән бүләкләнгән.
Читайте нас