05:08 (UTC+5), 08 Декабря 2016

Йәш өфөләр Ҡыш бабайҙан металл эҙләүсе ҡорамал, донъя буйлап сәйәхәт һәм гаджеттар һорай

Өфө хакимиәте, Олег Яровиков, НТВ телеканалы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 8 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөлә Бөйөк Устюгтан Ҡыш бабай республика журналистары менән осрашты һәм үҙенең Рәсәй буйлап сәйәхәте хаҡында һөйләне. Яңы йыл тылсымсыһы 48 көндә 20-гә яҡын ҡалала булырға ниәтләй. Өфө — маршрут картаһында 12-се ҡала. Проектты НТВ телеканалы ойошторған.
Көҙҙән алып бөтә илдән меңдәрсә бала Ҡыш бабайға үҙҙәренең теләктәре тураһында хат яҙҙы. Ҡайһы берҙәренә уңыш күберәк йылмайҙы, һәр ҡалала тылсымсы улар менән осрашып, теләктәрен үтәй. Мәҫәлән, ул Өфөлә йәшәгән ете йәшлек Настя Коптелованың ғаиләһендә булды. Ҡыҙыҡайҙың ҡолағы насар ишетә, шуға ҡарамаҫтан, ул музыка мәктәбендә шөғөлләнә. Ишетеү аппараты уның Яңы йыл хыялы булған. Ун йәшлек Ангелина Әлимова үҙенә 35 размерлы коньки һораған. Ҡыш бабай уның үтенесен иғтибарһыҙ ҡалдырмаған — ата-әсәһе ташлап киткән ҡыҙҙы өләсәһе тәрбиәләй. Ҡыш бабай «Йортҡа әкиәт» акцияһы барышында ойошторолған хәйриә күргәҙмә-йәрминкәһендә лә булды.
«Өфө балалары йорт хайуандарын һораны. Хазина эҙләү менән мауыҡҡан бер малай яңы металл эҙләү ҡоролмаһы, кемдер донъя буйлап сәйәхәт, күбеһе төрлө гаджеттар, йәнһүрәттәрҙәге уйынсыҡтар хаҡында хыяллана. Балалар араһында планшеттар һәм смартфондар түгел, рус әкиәттәре, аңлашылмаған йәнһүрәт геройҙары урынына — халыҡ әкиәттәре персонаждары, изгелек модала булһын ине», — тине Ҡыш бабай.
Ҡыш бабайҙың Өфөгә сәфәре «Ватан» этнопаркында байрам менән тамамланды. Бында ул Башҡорт Ҡыш бабайы менән осрашты һәм шыршыла уттар ҡабыҙҙы.
Белешмә. Йыл һайын Ҡыш бабайҙың Бөйөк Устюгтағы резиденцияһы бөтә теләүселәрҙе ҡабул итә. Ҡышҡы тылсымсы көн дә 600-гә яҡын хат ала. Ун биш йыл эсендә Ҡыш бабайҙың электрон почтаһына өс миллиондан ашыу хәбәр килгән.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика