07:36 (UTC+5), 08 Декабря 2016

Башҡортостандың 100 йыллығы халыҡ-ара кимәлдә билдәләнә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 8 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостанда «Республиканың барлыҡҡа килеүе» тигән түңәрәк өҫтәлдәр циклы асыла. Сараларҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ойоштора. Башҡортостандың 100 йыллығына арналған бер нисә осрашыу халыҡ-ара кимәлдә үтә.
Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, тәүге саралар 10 декабргә билдәләнгән. Улар башҡорт милли хәрәкәтенең етәксеһе Әхмәтзәки Вәлидовтың тыуған көнөнә бағышлана. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы күренекле сәйәси эшмәкәрҙең тыуыуына 126 йыл тулыу уңайынан Сибай, Ишембай һәм Өфө ҡалаларында түңәрәк өҫтәлдәр уҙғара. Рәсәй төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә йәшәгән башҡорттар был башланғысты хупланы. Мәҫәлән, Яр Саллыла, Санкт-Петербургта һәм Үзбәкстандың баш ҡалаһы Ташкентта саралар теҙмәһе ҡаралған.
Өфөлә байрам Милли музейҙың конференциялар залында, Ишембайҙа — Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында, Сибайҙа иһә Башҡорт дәүләт университетының урындағы институтында уҙа.
Илдең төньяҡ баш ҡалаһында «Башҡортостан» милли-мәҙәни автономияһы вәкилдәре ошо уҡ исемдәге мәҙәни үҙәк һәм «Аманат» башҡорт йәштәре ассоциацияһы менән берлектә Әхмәтзәки Вәлидиҙең һәйкәленә сәскәләр һала. Һәйкәл Санкт-Петербург дәүләт университетының көнсығыш факультеты ихатаһында ҡуйылған. Шулай уҡ ғилми-ғәмәли конференция үткәреү ҡаралған.
Ташкентта Үзбәкстандың Башҡорт ҡоролтайы түңәрәк өҫтәл уҙғара һәм Әхмәтзәки Вәлиди урамындағы скверҙа сәскәләр һала.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика