06:23 (UTC+5), 07 Декабрь 2016

Өфөгә Бөйөк Устюгтан Ҡыш бабай килде

НТВ сайты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 7 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова /. Бөгөн баш ҡалаға Бөйөк Устюгтан илдең төп Ҡыш бабайы килде. Өфө — Рәсәй тылсымсыһының ҙур сәйәхәте картаһында 12-се ҡала. Ул 48 көндә 20-гә яҡын ҡалала булырға һәм меңдәрсә саҡрым юл үтергә ниәтләй. Ҡыш бабай Төмән, Пермь, Новосибирск, Томск, Красноярск, Иркутск, Барнаул, Омск, Екатеринбургта булған.
Өфөлә ул иҫтәлекле урындар менән танышасаҡ, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приютҡа, ҡаланың реабилитация үҙәгенә барасаҡ, тәрбиәләнеүселәргә бүләктәр тапшырасаҡ, күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләрҙәге балаларҙың теләктәрен үтәйәсәк.
Ҡышҡы тылсым эйәһенең бер көнлөк сәфәре һуңында «Ватан» этнопаркында Башҡорт Ҡыш бабайы менән осрашыу, төп шыршыла уттар ҡабыҙыу, бүләктәр таратыу ҡаралған.
Өфөнән Ҡыш бабай Ҡазанға юллана. Был исемлектә шулай уҡ Волгоград, Ставрополь, Дондағы Ростов, Түбәнге Новгород, Санкт-Петербург, Вологда һәм Мәскәү ҡалалары бар. Яңы йыл сәйәхәте 29 декабрҙә Поклонная тауында байрам менән тамамлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика